Ярыштарҙа бөтә республиканан 250-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Районыбыҙҙа Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге “Батыр” көрәшселәр клубы тәрбиәләнеүселәре юғары оҫталыҡ кимәлен һәм еңеүгә ихтыяр көсөн күрһәтеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Спортсыларыбыҙ түбәндәге наградалар яуланы: Динислам Ғизетдинов, Искәндәр Ғафаров, Степан Пашин - 1-се урындар яулап, алтын миҙалдарға, Никита Гребнев 3-сө урынға һәм бронза миҙалға лайыҡ булды.
Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар Волга буйы федераль округы беренселегенә һәм чемпионатына һайлап алынды.