18 февраль Украиналағы махсус хәрби операция барышында ерҙә тыныслыҡ хаҡына һәләк булған Артём Анатольевич Старцев менән Дмитрий Вячеславович Поздняков иҫтәлегенә үҙҙәре белем алған Табын урта мәктәбе фасадында мемориаль таҡтаташтар асылды.
Тантаналы митингыла район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев, хәрби комиссариаттың призыв буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Игорь Ступников, Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Ҡораллы Көстәр майоры Михаил Федотов, Табын мәктәбе директоры Фәрит Ғүмәров, Дмитрий Вячеславовичтың атаһы Вячеслав Поздняков, ҡатыны һәм ҡыҙы, Артём Анатольевичтың әбеһе Эльза Старцева, туғандары, яҡындары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.
Алып барыусылар мәктәп алдында Геройҙарға арналған митингыны асыҡ тип иғлан иткәс, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырай. Иҫтәлекле таҡтаташтар урыны осраҡлы һайланмаған, яугирҙар ошо мәктәптә белем алғандар.
Геройҙар - класташтар, бер парта артында ултырып уҡығандар. Икеһе лә 1992 йылда, Дмитрий Вячеславович Поздняков - 29 июлдә, Артём Анатольевич Старцев 25 сентябрҙә Табын ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң, һөнәрселек училищеһында һөнәр үҙләштергәндәр. Артём 2023 йылдың ноябрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, махсус хәрби операцияға юллана һәм ошо йылдың 9 декабрендә батырҙарса һәләк була. Дмитрий армияла хеҙмәт итә, сержант званиеһына эйә була, 2024 йылдың ғинуарында үҙ теләге менән хәрби бурысын үтәргә китә һәм май айында яу яланында батырҙарса ғүмере өҙөлә. Икеһе лә һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордендарына лайыҡ була.