Тап ошо көндө районда уҙған “Тарих ҡулсаһы: Красноусол” проектының “Быуындар бәйләнеше” сараһында – В.Н.Курмаевтың китабының презентацияһында ҡатнашты. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты коллективы һәм уҡыусылары менән осрашты.
“Ғафури районына эш сәфәрем сиктәрендә Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында булдым. Директор Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова гимназия ҡаҙаныштарын, "Берҙәм Рәсәй" программаһы сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелгән интернатта белем алыу һәм тәрбиәләү өсөн шарттарҙы күрһәтте. Ремонт эштәре осоронда мин объектҡа округ буйынса депутат булараҡ яуаплы инем. Уҡытыусылар һәм балалар менән аралашып, ремонттың бик ваҡытлы булыуына инандыҡ, хәҙер йылы, яҡты һәм интернатта йәшәү һәм уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Коллектив, ата-әсәләр һәм уҡыусылар гимназияның матди-техник базаһын нығытыуға өлөш индергән өсөн миңә "Почётлы гимназист" исемен бирергә ҡарар итте. Бөгөн тантаналы шарттарҙа яңы уҡырға килгән уҡыусыларҙы гимназияға ҡабул иттеләр, ә миңә "Почётлы гимназист" исеме бирелде”, - тип яҙҙы Рөстәм Ишмөхәмәтов үҙ сәхифәһендә.
Рөстәм Рифат улы буш ҡул менән килмәгән, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Сара фотоға төшөү менән тамамланды.