+28 °С
Облачно
Антитеррор

Тыуған яҡҡа һәм рухи байлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ

2024 йылда Ғафури районының Имәндәш ауылынан шәхси эшҡыуар Салауат Урманшин “Беренселәр хәрәкәте” федераль программаһы буйынса 1 млн һум күләмендә грант алған.

Тыуған яҡҡа һәм  рухи байлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙТыуған яҡҡа һәм  рухи байлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ
Тыуған яҡҡа һәм рухи байлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ

Ул балаларҙы Ғафури районында йәшәгән башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыусы “Ҡырағай башҡорттар эҙҙәре буйлап” тарихи этноэкспедицияһы проекты менән конкурста еңеп сыҡҡан. Алынған аҡса уға полиграфия продукцияһын әҙерләргә, йыйылма поход эскәмйәләрен, шулай уҡ милли костюмдар һәм музыка ҡоралдары һатып алырға мөмкинлек биргән.

– Бындай башланғыстар Башҡортостанда балалар туризмын яңы кимәлдә үҫтереүгә булышлыҡ итә. Улар уҡыусыларға тыуған төйәгенең тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, шулай уҡ үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләй, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

 Салауат Урманшиндың "БР ИНТУР" компанияһы бар, ул республика буйлап төрлө турҙар тәҡдим итә: атлы, йәйәүле, корпоратив сәйәхәттәр һәм гид менән шәхси маршруттар. Салауат Ғәзиз улы һүҙҙәренсә, был эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге генә түгел, ә кешеләргә тыуған тәбиғәткә һөйөү һәм башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен киләсәк быуындарға еткереү миссияһы ла.

- Былтыр Өфөләге “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт иттем, унда грант программалары һәм бизнес алып барыу һәм һалым һалыу формаһын һайлау буйынса консультация алдым. Консультанттың файҙалы тәҡдимдәре арҡаһында мин үҙемдең эшемде астым, - ти эшҡыуар.

Салауат Урманшин шулай уҡ инструктор-проводник һөнәренә уҡый һәм “Эшҡыуар Әлифбаһы” программаһында ҡатнаша, был уға үҙенең белем һәм күнекмәләр кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирә. Үҙәк ярҙамында ул бер битле сайтты рәсмиләштереү, буклеттар төҙөү һәм юридик консультация биреү буйынса бушлай хеҙмәттәр ала. Эшҡыуар этнотуризмды үҙ бизнесында үҫтерергә һәм этник колорит менән гастрономия фестивалдәре үткәреү идеяһын тормошҡа ашырырға ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эшҡыуарҙарға ярҙам “Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ярҙам саралары тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте 224-99-99 (доб. 700) телефон һандарына шылтыратып белергә була.

 

Тыуған яҡҡа һәм  рухи байлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ
Тыуған яҡҡа һәм рухи байлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас