Рәсәй һыу аҫты көстәренең данлы тарихы Рәсәй хәрби-диңгеҙ ведомствоһының һыу аҫты кәмәләрен хәрби караптарҙың айырым класы итеп бүлеү тураһында 1906 йылдың 19 мартындағы фарманынан башлана. Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының данлы һыу аҫты флоты киләһе йыл үҙенең юбилейын билдәләй.
Диңгеҙселәр сафында беҙҙең районда, ғөмүмән, республикабыҙҙа тыуып-үҫкәндәр бик күп, улар хөрмәтенә Өфө ҡалаһының Еңеү паркында мемориаль комплекс, ә Красноусолда “Диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға” обелискыһы асылды.
Илебеҙҙең һыу аҫты флотында хеҙмәт иткән Ғафури ветерандарының йәш быуынға һөйләр, тапшырыр нәмәләре бик күп, ә йәштәргә иһә тиңләшер, өлгө алыр кешеләр бар.
“Диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға” обелискыһы эргәһендә осрашып, Ғафури районында тыуып-үҫкән, һуғыш йылдарында һәм тыныс ваҡыттарҙа хәрби дежурлыҡ үтәгәндә һәләк булған, вафат булған ветерандарын, шулай уҡ Махсус хәрби операция барышында һәләк булғандарҙы иҫкә алып, улар хөрмәтенә сәскәләр һалыу беҙҙә матур йолаға әйләнде.
Районыбыҙ, хәйер, тотош БР Диңгеҙ йыйылышы диңгеҙселәре Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан диңгеҙселәре БР Диңгеҙ йыйылышы етәксеһе Юлай Азамат улы Моратов менән бергә гуманитар ылау составында 60 тапҡыр МХО зонаһына барып ҡайтты.
Районыбыҙҙа тыуып-үҫкән диңгеҙселәр үҫеп килеүсе йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара, район йәштәре, халҡы менән осрашып, үҙҙәренең хеҙмәт иткән саҡтары, илдең диңгеҙ сиктәрендә Ватанды һаҡлау кеүек абруйлы бурыс хаҡында һөйләй.
Красноусолдағы 1-се мәктәп базаһында 1, 2, 3-сө һанлы мәктәптәрҙең Һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернатының унынысы-ун беренсе класс уҡыусылары менән Санкт-Петербург ҡалаһындағы ВМФ институты хәрби-диңгеҙ офицерҙарының профориентация йүнәлешендәге осрашыуын үткәргәндән һуң, күп кенә егет-ҡыҙҙар илдең хәрби-диңгеҙ юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләк белдерҙе.
Беҙҙең райондың һыу аҫты флоты ветерандары бөгөн дә берҙәм флот сафында килә, тип ышаныс менән әйтергә була – флот традицияларын пропагандалау, шефлыҡ бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫеп килеүсе быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнәләр. Улар – ҡырыҫ диңгеҙ хеҙмәтенең ауыр һынауҙарын, ҡыйынлыҡтарын үткән кешеләр. Тыуған ил диңгеҙ сиктәрен һаҡлауҙағы уларҙың хеҙмәтен билдәләп, миҙалдар һәм ҡыйыулыҡ билдәләре менән бүләкләне. Ауылдаштары ла үҙҙәренең данлы яҡлаусыларына ихтирам менән ҡарай. Үҫеп килеүсе быуын уларҙан лайыҡлы өлгө ала, уларға тиң булырға тырыша.
Хөрмәтле һыу аҫты диңгеҙселәре, һыу аҫты флоты ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре! БР Диңгеҙ йыйылышы исеменән һеҙҙе байрамыбыҙ - Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе диңгеҙселәр көнө менән ҡотлайым!
Владимир ГЕРАСИМОВ,
II рангы капитаны, Ғафури районы хакимиәте башлығының мобилизация әҙерлеге буйынса ярҙамсыһы, БР Диңгеҙ йыйылышының Ғафури филиалы етәксеһе.