19 мартта район хакимиәте башлығы Венер Вахитов үҙенең эш кабинетында тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар категорияһына ҡараған ике етем балаға Красноусолдағы Йәштәр биҫтәһендә яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡыстары, йәнә икәүгә торлаҡ сертификаттары тапшырҙы. Был көндө шулай уҡ Шәриповалар, Исхаҡовтар һәм күмәк балалы Ҡәйүмовтар ғаиләләре үҙҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур ярҙам – социаль түләү сертификаттары алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Венер Фәнир улы торлаҡлы булыусыларҙы ҡотлап, һәр йортта йылылыҡ һәм уңайлылыҡ хөкөм һөрһөн, балаларҙың шат тауыштары ишетелһен, ә ғаиләләрҙә тыныслыҡ һәм именлек хакимлыҡ итһен тигән теләген еткерҙе. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Альбина Баймырҙина, капиталь төҙөлөш һәм тормошто тәьмин итеү бүлегенең баш белгесе Глүзә Ардаширова ҡатнашты.
Әлбиттә, үҙ йортоң, баш осоңда үҙ ҡыйығың булыуы ҙур бәхет. Был бәхеткә эйә булыусылар күрһәткән ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығына, яуаплы хеҙмәттәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сара һәр кем өсөн иҫтәлекле һәм шатлыҡлы көн иҫтәлеге булып күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.