Былтыр баҫыу эшсәндәре - игенселәр өсөн еңел булманы, сөнки һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Тупраҡтың артыҡ дымланыуы арҡаһында өс мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы культуралары һәләк булды, был райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә 100 миллион һумдан ашыу зыян килтерҙе. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, аграрийҙар сәсеүгә әҙерләнә. Быйыл 22 мең гектарҙа иген, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар сәсергә планлаштырыла. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙа техника һәм ҡорамалдар әҙерләнә, әммә өҫтәмә орлоҡтар, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм минераль ашламалар һатып алырға кәрәк.