Хөрмәтле аҡһаҡалды тыуған көнө менән ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, төрлө ойошмалар вәкилдәре йыйылғайны. Ҡотларға килеүсе мәртәбәле ҡунаҡтар араһында республиканың Рәсәй социаль фондының Башҡортостан бүлексәһе управляющийы Фәнил Вахитов, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ла бар ине.
Ҡунаҡтарҙы аҡһаҡал Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы, тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бирелгән орден-миҙалдарын тағып, күтәренке кәйефтә ҡаршыланы.
- Һеҙ, хөрмәтле Ғәбдрәхим Саттар улы, ысын герой, барыбыҙ өсөн дә батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ. Һеҙ районыбыҙ ғорурлығы һәм беҙ Һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, - тине ветеранды тәбрикләп район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы. - Тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләйем. Бөйөк Еңеү өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
- Ғәбдрәхим Саттар улы, һеҙҙе иҫән-имен күреүемә бик шатмын. Мин район Пенсия фондында эшләгән йылдарҙа районыбыҙҙа 800 самаһы Бөйөк Ватан һуғышы иҫәпләнә ине. Бөгөн һеҙ Ғафури районында Берлинғаса барып еткән берҙән-бер ветеранһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тине үҙ сиратында Фәнил Рим улы.
Ҡунаҡтарҙың барыһы ла изге теләктәр менән ветеранға иҫтәлекле бүләктәр, сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Шанлы һуғыш йылдарында 2-се Белоруссия фронтының минометсылар бригадаһында “Катюша” системаһындағы миномет ҡоралын тоҫҡаусы булып хеҙмәт иткән Ғәбдрәхим Саттар улы район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Хызыр Нәзиров уның яратҡан йыры “Катюша”ны башҡарғанда бергә ҡушылып йырлап та алды. Гөлфирә Әлмөхәмәтова ла ветеранға һәм уның барлыҡ ҡунаҡтарына моңло йырын бүләк итте.
- Атайыма оҙон ғүмерҙе әсәйем Ғилмийыһан юраны, - тине ҡотлауҙарға ҡушылып ветерандың ҡыҙы Роза. - Беҙ бер ваҡытта ла уның ата-йыма исеме менән өндәшкәнен ишетмәнек. "Ғүмерле булғырым" тип кенә йөрөттө уны. Ашарға ултырырға саҡырғанда ла, Ғүмерле булғырым, әйҙә ултыр, тип әйтер ине. Әсәйемдән күрмәксе беҙ ҙә бөгөн бер-беребеҙгә “ғүмерле булғырым” тип өндәшәбеҙ, балаларҙы ла шуға өйрәтәбеҙ. Атайыма беҙ 115 йәшкә тиклем ғүмер юрайбыҙ.
- Һеҙ барығыҙ ҙа шундай йәшһегеҙ,- тип әйтеп ҡуйҙы үҙен тәбрикләүселәрҙең һәр береһен иғтибар менән тыңлап, ҡарап ултырған ветеран, барыһына ла рәхмәт белдереп.
Был көндө ветеран йәшәгән йорттан ҡунаҡтар өҙөлмәне. Һәр кем ихтирам-хөрмәтен белдереп, ихлас теләктәрен еткерҙе. Беҙ ҙә данлы һуғыш юлы үткән яугирҙы тыуған көнө менән ҡотлап, именлек, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.