Был ағастарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, дәһшәтле яуҙан ҡайтҡас оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләгән Уйылдан Кәримов балалары менән бергәләп 1973 йылда ултыртҡан. Үҙ ғүмерендә бихисап ағас ултыртып, ауылды йәшеллеккә күмгән ҡаһарман, ә уландары уға һәр саҡ ярҙам иткән.
...Яҙҙың бер матур көнөндә Уйылдан ағай балалары менән ошо ҡарағай үҫентеләрен ҡара ерҙең шифалы ҡуйынына ултыртып бөтөп, арып-талып тауҙан төшкәндә, Маслозавод шишмәһенә һыу эсергә туҡтай. Был ваҡытта Хәҙисә өләсәйем дә шишмәнең һалҡын һыуында май баҫырға килгән була. Өләсәйем уның ҡайҙан ҡайтып килеүен һораған.
- Һуғышта ятып ҡалған ауылдаштарыма, ҡорҙаштарыма һәйкәл ҡуйып ҡайтып киләм бына, - тип яуаплай урмансы һыуһынын ҡандырған арала.
- Ағайым Хәйретдингә лә (һуғышта һәләк булған Хәйретдин Шәмсетдин улы Юлмөхәмәтов) һәйкәл булдымы?
- Булды, апай, уға ла булды. Бына улдарым менән барыһына ла ҡуйҙыҡ...
Һуғыш ветераны һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә һәйкәлдең дә ниндәйен һайлаған бит. Мәңге йәшел, мәңге тере һәйкәл. Һәр бер ҡаһарманға, тыныслыҡ, матур тормош өсөн йәнен биргән һәр бер яугирға. Һәйкәл итеп ултыртыр өсөн ағасын да һайлай белгән Уйылдан бабайыбыҙ.
Тауға күтәрелеп, ошо ҡарағайлыҡҡа барған һайын, һәр бер ағаста алыҫ һуғыш яланында ятып ҡалған батыр ауылдашымды күрәм. Минең өсөн улар ябай ағас түгел, улар - тыуған ауылына әйләнеп ҡайта алмаған ҡаһарман яугирҙарыбыҙ. Йәш үҫентеләр ер ҡуйынына берекмәҫ элек үк урмансы уларға тәрән мәғәнә һалып, оло бурыс йөкмәткән. Беҙгә, ауылдаштарына, күңел түрендә һаҡланған әйтер һүҙен ағастар теленә һалған. Тик уларҙы тыңларға, ишетә белергә генә кәрәк.
Был ҡарағайҙарҙың ниндәй уй-кисерештәр, ниндәй маҡсат менән ултыртылғанын белмәгән ҡайһы берәүҙәр Яңы йыл байрамына йәш ағастарҙы бысып ала башлағас, шул тиклем ҡыйын булды, йөрәгем янды. Был хәлде нисек туҡтатырға, тип бик оҙаҡ уйландым һәм бер ҡарарға килеп, Уйылдан бабайҙың улдары менән һөйләшеп-кәңәшләштем дә уларҙың рөхсәтен алып, ҡарағайлыҡҡа ҡулдан килгәнсә алтаҡта эшләп ҡуйҙым. Уйылдан бабайҙың халыҡ телендә йөрөгән икенсе исеме - Мушкинды ла өҫтәнем. Сөнки, күптәр уны ошо исеме менән генә белә. Алтаҡталағы яҙыуҙы уҡып, кешеләр ҡарағайлыҡҡа икенсе күҙлектән ҡарар, тип уйланым. Һәм минең һымаҡ улар янында туҡтап, ҡупшыҡайҙарҙан Уйылдан бабайыбыҙҙың мәңгелек тере һәйкәл - урман теленә күсергән һүҙҙәрен ишетер, бәлки. Әйткәндәй, Уйылдан бабайҙың ағас ултыртыу ҡулайламаһы ла һаҡланған. Был уның балалары өсөн изге ҡомартҡы.
Атаһы Әбүбәкир Сәлимовтың хәтирәләрен баҫмаға
Ләйсән Сәлимова – Исҡужина әҙерләне.
Юлыҡ ауылы.