+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
11 Апрель 2025, 11:28

Яугир менән осрашыу

Махсус хәрби операцияла Ватан алдындағы изге бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙ араһында Красноусолдан 23 йәшлек гвардия лейтенанты, танк взводы командиры Азат Нияз улы Шафиҡов та бар.

Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Аяғы яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан, артабан тыуған яғына ҡайтарылып, реабилитация үтә егет. Форсаттан файҙаланып, бөгөн яҡташыбыҙҙы редакцияға осрашыуға саҡырҙыҡ. Ул ата-әсәһе Гөлсинә Фәрит ҡыҙы һәм Нияз Бәйтулла улы менән килде. Осрашыуҙа шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова ла ҡатнашты. Сәй өҫтәле артында яугир үҙенең уй-кисерештәре менән бүлеште, һуғыш яланындағы хәлдәр тураһында бәйән итте. Һуғыш һуғыш инде, хәрби хеҙмәте тураһында тыныс ҡына һөйләһә лә, уның артында ҡыйыулыҡ һәм сабырлыҡ, үҙенең ҡул аҫтындағы һалдаттар өсөн ҙур яуаплылыҡ торғанын тойомларға була ине. Нацистарға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булған Алмаз ағаһы уның өсөн ысын Герой һәм батырлыҡ өлгөһө булып тора.

Ике улын да илһөйәр, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсылары, ҡыйыу, ғәйрәтле итеп тәрбиәләгән Гөлсинә менән Нияз Шафиҡовтар батыр  улдары Алмазды хәтерләп, хәрби юлды һайлаған Азат, ғөмүмән, улдарының икеһе өсөн дә ғорурланып йәшәйҙәр.

Яугирға тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ! МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла имен-һау Еңеү яулап тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар!

Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас