

Әхнәф Хәмит улы Фәхретдинов Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә. Ҡораллы Көстәр сафында әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Дәүләт автоинспекцияһында тәүге хеҙмәт юлын башлай. Артабан 1993 йылда Красноусолға күсеп, район эске эштәр бүлегенең ДАИ-һында эшен дауам итә һәм инспекторҙан башлап Юл-патруль хеҙмәтендә подразделение командиры, юл күҙәтеүе инспекторы булып эшләй. 2002 йылдан район эске эштәр бүлегенең оператив дежурныйҙар бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлы үтеп, 2011 йылда майор дәрәжәһендә отставкаға сыға. Ғаиләле, Ишембайҙан Рәмүзә Абдразаҡ ҡыҙы менән өйләнешеп, йорт һалып, Красноусолда төпләнәләр. 5 балаға атай-әсәй булалар. Хәҙер балалары үҫеп, улдарының өлкәндәре Урал менән Илдар айырым йәшәп, Стәрлетамаҡ ҡалаһы полицияһында эшләп йөрөйҙәр, Азаматтары – Өфөлә “Автосервис” асып, үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Салауат – 8-се, берҙән-бер ҡыҙҙары Айгөл 9-сы класта уҡый.
Тиҙ тәьҫир итеү төркөмөндә эшләп йөрөгән элекке полиция хеҙмәткәре 2023 йылдың йәйендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға нацистарға ҡаршы көрәшергә юлланырға ҡарар итә. Хәрби комиссариатҡа барып Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, документтар әҙерләп, комиссия үтә лә 14 июлдә юллана. Өфөлә төҙөлгән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы составында эшелондарға тейәп, Һамарҙағы Рощинский хәрби ҡаласығына әҙерлек үтергә, артабан Ростов өлкәһенә оҙатыла. 2 сентябрҙә Украина сиген үтеп, яу яланына керәләр.
Әхнәф Фәхретдиновтың олатаһы – әсәһе Миңнисара Мөхәмәт ҡыҙының атаһы – Мөхәмәт Хаммат улы Күсәрбаев 1913 йылда Ҡауарҙы ауылында тыуған. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйләнеп ҡайтырға насип булмай, 1943 йылдың 16 авгусында яу яланында батырҙарса һәләк була. Украина биләмәһенең элекке Сталинская өлкәһендәге (хәҙерге Донецк) Богородичное ауылы янында ятып ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, илдең именлеге, тыныслыҡ өсөн башын һалған Мөхәмәт Хаммат улының ейәне – Әхнәф бөгөн ҡасандыр олатаһы йөрөгән яу юлдары буйлап, 80 йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң баш ҡалҡытҡан дошмандарға ҡаршы көрәшә.
Әхнәф Фәхретдинов әрмелә водитель-заправкалаусы булып хеҙмәт итә. Яуҙа ла танк батальонында ошо уҡ һөнәре буйынса хәрби бурысын үтәй.
-Махсус хәрби операцияла 40 процент юғалтыуҙар дрон арҡаһында. Бөйөк Ватан һуғышында ауыр техникаға өҫтөнлөк бирелһә, хәҙер улай түгел. Күп осраҡта осоусы аппараттар атаканың уңышлы үтеүен хәл итә. Миҫалға, ҡеүәтле танкты һауала ғына осоп йөрөгән квадрокоптер еңел юҡ итә, - ти һуғыш ғәрәсәте эсендәге хәлдәргә үҙ ҡарашын белдереп яугир.
-Һуғыш һуғыш инде, ни тиһәң дә хәүефле, шулай ҙа МХО-ға юлланырға ҡарар итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Тыуған илеңә – Ватаныңа хәүеф янағанда, өйҙә тыныс ҡына ятып буламы ни? Мин - Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең матур киләсәгебеҙ өсөн башын һалған, ҡыйыу, батыр йөрәкле, ысын илһөйәр – олатайым Мөхәмәт Күсәрбаевтың ейәне. Уның намыҫына тап төшөрмәй, юлын лайыҡлы дауам итергә һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға тейешмен, - ти Ә.Фәхретдинов. – Тап шул хаҡтағы уйҙар, илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғоһо махсус хәрби операцияға юлланырға мәжбүр итте лә инде.
Бына ҡайҙа ул илһөйәрлек өлгөһө! Патриоттар эргәбеҙҙә, беҙҙең арала. Яугир дүрт улына өлгө булып тора. Әйткәндәй, Әхнәфтең улы Илдар ҙа полиция хеҙмәткәре булараҡ, Украинала хеҙмәт командировкаһында (ярты йылға ебәрелгән). Тимәк, бынан 80 йыл элек илебеҙгә Бөйөк Еңеүҙе килтереүгә үҙ өлөшөн индергән яугир олатаһы-ҡарт олатаһы Мөхәмәт Күсәрбаевтың эҙҙәре буйлап ейәне һәм бүләре ил именлеген һаҡлай. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы өсөн Ә.Фәхретдинов Шайморатов, I, II, III дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә өлгө күрһәткән өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдарына лайыҡ булған.
“Хан” яу яланындағы ваҡиғалар хаҡында артыҡ һөйләргә теләмәһә лә, яҡташтары тураһында ғорурланып һөйләй. Ҡораллы Көстәр офицеры - Рәсәй Геройы Андрей Павлович Мигунов менән Рощинскийҙа хәрби әҙерлек үткәндә осрашыуҙары һәм уның үҙҙәренең танк батальоны командиры булыуы, Павлыч етәкселегендәге полкта нацистарға ҡаршы бергәләп көрәшеүҙәре, танк экипаждарын хәрби алыштарға йәшерен позицияларҙан шәхсән үҙе алып сығыуы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, комбаттың батырҙарса һәләк булыуы, әлеге мәлдә Татар Саскүле ауылынан Альберт Маннанов менән бергә яу юлы үтеүҙәре тураһында һөйләне.
Теләк бер: иҫән-имен, үҙ аяҡтарығыҙҙа Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын һеҙгә, аталы-уллы Фәхретдиновтар!