

Унда ойошма-предприятие, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, уғата күп халыҡ ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар Ленин урамы буйлап тигеҙ саф булып байрам үтәсәк майҙанға юл тотто. Һәм йырҙар оҙатыуында байрам майҙанына килеп теҙелде. Красноусол урамдары буйлап хәрби техника парады үтте.
Совет халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парадтың әҙерлеген белдереп, А. Коновалов район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы В.Герасимовҡа рапорт бирҙе. Тантаналы байрам митингыһы асыҡ тип иғлан ителде, РФ һәм БР Гимндары яңғыраны. Байрамда ҡатнашҡан барлыҡ район халҡын район хакимиәте башлығы В.Ф.Вахитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Р.Р.Бәҙретдинов, район ҡунағы БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары И.А.Небогатова, район Советы рәйесе Г.В.Петрова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариаты вәкиле И.А.Ступников, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова тәбрикләне. Яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, район етәкселеге, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Геройҙар Аллеяһы һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәле урынлашҡан мемориаль комплексҡа веноктар һәм сәскәләр һалды. Күкте ярып автомат залы яңғыраны.
Артабан майҙан буйлап хәрби техникалар парады, тантаналы марш колоннаһы үтте.
Тантаналы митингынан һуң, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны.
Матур йола буйынса, хәрби техникалар колоннаһы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, район Советы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты һәм башҡалар менән берлектә районыбыҙҙа берҙән-бер хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡовты йәшәгән йортона барып Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы.
Районыбыҙҙа 1941-1945 йылғы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы киң билдәләнде.