+28 °С
Болотло
Антитеррор

Баҫыу эштәре дауам итә

Уҙған аҙна аҙағында эш сәфәре менән районыбыҙға БР Ауыл хужалығы министрлығынан район кураторы - Рәмил Зөбәйер улы Вәлиуллин, шулай уҡ "Россельхозцентр" Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының БР буйынса филиалының Ишембай бүлексәһе начальнигы Илшат Дилмат улы Әхмәтйәнов килде.

Баҫыу эштәре дауам итәБаҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә

“Урман” КХ-һы, "Восход-СТ" АП ЯСЙ, “КФХ башлығы ШЭ Р. В. Рәжәпов”, “КФХ башлығы ШЭ  Г. М. Тахтаров”, “КФХ башлығы ШЭ Р. Ғ. Ғафаров”, “Сатурн” КХ-һы, “КФХ башлығы ШЭ Р.В.Мөьминов” хужалыҡтарында булып, яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты.

16 майға 8985 га майҙанда яҙғы культуралар сәселгән (дөйөм пландан 55% - 16173 га), шул иҫәптән яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 2855 га (яҙғы йомшаҡ бойҙай 1065 га, ҡаты яҙғы бойҙай 63 га, арпа 1205 га, игенгә кукуруз 20 га, һоло 265 га, борсаҡ 237 га), техник культуралар 5510 га (көнбағыш 4150 га, рапс 710 га, соя 650 га). Ужым культураларын, шул иҫәптән ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы химик утау 3200 гектар майҙанда үткәрелгән. 1100 гектар майҙанда гербицидтар менән пар эшкәртелә. Дөйөм Алғанда, Рәмил Зөбәйер улы райондың сәсеү эштәре барышы менән ҡәнәғәт ҡалды, сөнки республика буйынса яҙғы сәсеү уртаса 51 процент тәшкил итә. Яҡшы һауа торошо һәм игенселәргә һаулыҡ теләне.

 

Баҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә
Баҫыу эштәре дауам итә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас