Бөгөн, 28 майҙа, Ил сиге һаҡсылары көнөндә, ил сиге һаҡсыһы – махсус хәрби операция барышында ерҙә тыныслыҡ хаҡына һәләк булған Әлтәф Мөхәмәҙиә улы Заһиҙуллинға тыуған ауылы Имәнлектә мемориаль таҡтаташ асылды.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында уҙған тантаналы митингыла район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, Сәйетбаба ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәнизә Байбулдина, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары, Әлтәф Мөхәмәҙиә улының ҡатыны Гөлфиә Заһиҙуллина, апай-ағайҙары, дуҫтары, туғандары, яҡындары, МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.
/Тулыраҡ яҙманы гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ/.