

Районыбыҙ белем биреү учреждениеларындағы кеүек Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә лә көндөҙгө лагерҙа балалар кинәнеп ял итә. Көндәре мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә. Ял менән бергә улар өсөн төрлө фәһемле саралар ҙа ойошторола. Бөгөн, 29 май көндө, улар янына Өфөнән Балалар травматизмын профилактикалау буйынса ресурс үҙәгенән балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса күсмә мобиль тренажёр комплексы килеп төштө. Мәктәп алды майҙанында юл хәрәкәтенең көйләнгән киҫелеш моделен (светофорҙар менән йыһазландырылған) урынлаштырылды. Үҙәк етәксеһе Луиза Әғзәм ҡыҙы Камильянова лагерға йөрөүсе кесе йәштәге балалар менән Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теоретик рәүештә ҡабатлағандан һуң, белемдәрен практикала модель янында нығытты.
-Балаларҙың йәйге каникулдары башланыу менән хәүефле һәм ата-әсәләр өсөн борсоулы мәл етте. Мәктәптәге кеүек ойошҡан тормош туҡталып, балаларға йәйге осорға яраҡлашырға кәрәк. Айырыуса июнь һәм август айҙары хәүефле осор булып тора, йәйҙең тәүге айында балалар йәйге осорға саҡ яраҡлаша башлай һәм һуңғыһында мәктәп тормошона ҡабаттан ҡайтырға әҙерләнә. Балаларҙың ата-әсә иғтибарынан ситтә ҡалыуы бик тә хәүефле. Төрлө бәхетһеҙлек осраҡтарының күпселеге, шулай уҡ юл хәрәкәтендә лә, йәйге каникулдар мәленә тура килә. Шуға ла балаларҙың хәүефһеҙлеге - юл-транспорт травматизмы менән бәйле, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөү маҡсатында мәктәп яны лагерҙарына киләбеҙ. Балалар менән урамды ҡасан сығырға ярағанын, ҡасан ярамағанын, юлда ниндәй хәүефтәр көткәнен мобиль тренажёр комплексында моделләштерәбеҙ. Уҡыу йыл башында мәғариф министры раҫлаған план төҙөлә. Шул план буйынса мәктәптәргә сығабыҙ, шулай уҡ мәктәптең документаль һәм матди-техник йәһәттән тәьмин ителешен тикшерәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Луиза Камильянова.