

5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү йолаһы 1998 йылда барлыҡҡа килеп, был ҙур наградаға балаларын тәрбиәләүгә яуаплы ҡараған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, балаларының һаулығы, белем алыуы, физик һәм рухи үҫеше хаҡында хәстәрлек күргән, башҡаларға өлгө булырлыҡ күмәк балалы әсәйҙәр лайыҡ була. Был маҡтаулы исем менән Красноусолдан Альбина Шамил ҡыҙы Ғилманова, Зөлфиә Мәхмүт ҡыҙы Шәрипова, Имәндәш ауылынан Алия Тимерғәле ҡыҙы Әминова, Ташлы ауылынан Алёна Алексеевна Иванова бүләкләнде.
-Бөгөн беҙҙә тантаналы, шатлыҡлы ваҡиға – беҙ һеҙгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырабыҙ. 5 һәм унан да күберәк бала үҫтергән һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Кисә генә мин Өфөгә барҙым, Радий Фәрит улы менән осраштым, ул шәхсән һеҙгә балаларҙы тәрбиәләгәнегеҙ һәм республика менән илдең демографик хәленә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә ҡушты. Үҙ исемемдән дә һеҙҙе ҡотлайым һәм балаларҙың яҡшы кешеләр, патриоттар булып үҫеүен, һеҙҙе шатландырыуын, ә һеҙҙең уларҙың уңыштары менән ҡыуаныуығыҙҙы теләйем. Һеҙгә һәм балаларға һаулыҡ теләйем, - тине Венер Фәнир улы тәбрик һүҙҙәрен еткереп.
Әсәйҙәргә һәм ғаиләләренә изгелектәр, именлек теләйбеҙ.