+28 °С
Болотло
Антитеррор

Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!

Родина ауылынан Зилә Романова "Ауыл почтальоны" Бөтә Рәсәй мәртәбәле конкурсында еңеүсе булды.

Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!
Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек: быға тиклем ул 1000-дән ашыу ҡатнашыусы араһынан илдәге иң яҡшы 86 почтальон иҫәбенә инеп, конкурста Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә, "Рәсәй" милли үҙәгендә үтте. Билдәлелек яулап, маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуҙан тыш, Зилә Әхмәт ҡыҙы 250 мең һумлыҡ аҡсалата премия алды. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов Ғафури районы ғорурлығы булған райондашын был әһәмиәтле ҡаҙанышы менән ҡотланы. - Зилә Әхмәт ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уға артабан да уңыштар теләйем! - тип комментарий бирҙе Венер Фәнир улы.

 

 

 

Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!
Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!
Ҡотлайбыҙ! Зилә Романова - "Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны"!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас