

10 июндә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов үҙенең эш кабинетында Яугилде ауылынан Элина Малышеваны сертификат менән бүләкләне. Яугилде ауылынан Гөлнур менән Ким Ғәлиәхмәтовтар ғаиләһенә тәрбиәгә ҡабул итеп алынған ҡыҙ Красноусол үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып уңышлы эшләп йөрөй.
-Һеҙҙе был сертификат менән ҡотлайым. Ул һеҙҙең бәхетле, матур тормошоғоҙҙоң башы булыр тип ышанам. Һеҙҙе үҫтереп, иң яҡшы сифаттарҙы һеңдергән атай-әсәйегеҙгә рәхмәт әйткем килә. Яратҡан кешегеҙҙе осратып, бәхетле һәм ныҡлы ғаилә ҡороп, күберәк балалар үҫтереп, улар өсөн яҡшы ата-әсә булыуығыҙҙы теләйем, - тине Венер Фәнир улы Элинаға буласаҡ торлағына сертификат тапшырып.
Әлбиттә, үҙ торлағың, баш осоңда үҙ ҡыйығың булыуы ҙур бәхет. Был бәхеткә эйә булыусы ҡыҙ һәм ата-әсәһе күрһәткән ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығына, яуаплы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.