

Был сараға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан ғалимдар, эксперттар килде, шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Мысырҙан, Малайзиянан, Ирандан, Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде.
“Алыҫ Төлкәҫ” геология ҡатламын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов мәртәбәле сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Каир университеты профессоры, ЮНЕСКО геопарктары Глобаль селтәре Советы ағзаһы, геология докторы Эль-Баркуки Ахмед, Ҡытай Фәндәр академияһы профессоры, палентология һәм стратиграфия өлкәһе белгесе Юпинг Ци, НанкИнск геология һәм палентология институты доценты, геология, палеоклиматология һәм геохимия өлкәһе белгесе Ли Яо, НанкИнск геология һәм палентология институты доценты, геология, палеоклиматология һәм стратиграфия өлкәһе белгесе Цулай Ванг ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
“Алтын ҡаҙаҡ”ты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән Рәсәйҙең ведомство-ара стратиграфия комитеты рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Алексей Розановҡа бирелде. Улар башҡорт халҡының аһәңле ҡурай моңдары оҙатыуында “Алыҫ Төлкәҫ” геология ҡатламы таҡтаташын асты. Ошо уҡ көндә “Усолка” геология ҡатламын да асыу булды.
Республикабыҙҙа бындай объекттар булыуы фән үҫеше йәһәтенән ҙур аҙым һәм Башҡортостанды, уның геопарктарын донъя кимәленә танытыуҙа ҙур роль уйнай.