

Лайыҡлы кеше генә түгел, ә уның менән бәйле тарихтың героик этабы ла китте. Ғәбдрахим Саттар улы 101 йыллыҡ тормошо утлы фронт юлдары ла, тыуған районы мәнфәғәтендә күп йыллыҡ камил хеҙмәт тә ингән тотош бер дәүерҙе үҙ эсенә алған.
Ғәбдрәхим Садиҡов фронтҡа 18 йәшендә китә. Миномет орудиеһы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Мәскәү оборонаһында, Кенигсбергты һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Берлин янында ҡаршылай. Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар коммуналь хужалыҡта эшләй. Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләйҙәр, улар һуңғы көндәренә тиклем аталарын хәстәрләп ҡараны.
Ғәбдрәхим Саттар улының героик тормош тарихы быуындан-быуынға тапшырыласаҡ, тыныс күк йөҙө өсөн көрәшкәндәрҙең күпме сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәнен иҫкә төшөрөп торасаҡ. Ваҡыт аяуһыҙ икәнен аңлау бик ауыр, һәм беҙҙең арабыҙҙа бер генә герой ҙа ҡалмаған көн килеп еттек һәм уларҙың ордендарын һәм миҙалдарын беҙ ветерандарҙың күкрәгендә түгел, ә музейҙарҙа һәм ғаилә архивтарында ғына күрербеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына мәңгелек хәтер һәм дан!