

Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәйбәт яңылыҡ менән уртаҡлашты. Венер Фәнир улы һөйләүенсә, ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн яҡташтарыбыҙ Жуков һәм “Батырлыҡ өсөн”миҙалдары менән бүләкләнгән.
МХО-ла ҡатнашыусы, сәләмәтлеге буйынса хеҙмәтен тамамлаған Илдар Фәхретдинов Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Награданы батырҙың әсәһенә тапшырҙылар. Хәбәрһеҙ юғалған Григорий Костиков “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Награда уның ҡатынына тапшырылды.
- Яҡташыбыҙҙың имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтырына ышанабыҙ һәм өмөт итәбеҙ, - тип һөйләне В. Вахитов. - Үкенесккә ҡаршы, Илгиз Мирхәйҙәров, Дмитрий Михайлов һәм Руслан Смагин үҙ наградаларын тере саҡта ала алманы. Миҙалдар уларҙың ғаиләләренә тапшырылды. Яҡындарын юғалтҡандарҙы йыуатырлыҡ һүҙҙәр табыуы ҡыйын. Беҙҙең һәр батырыбыҙ, ғүмере хаҡына, тиҫтәләгән башҡа кешене ҡотҡарҙы. Беҙ улар алдында мәңге бурыслыбыҙ. Уларҙың исемдәре һәм батырлыҡтары мәңге беҙҙең күңелдәребеҙҙә ҡаласаҡ, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы.