

Улар араһында Башҡортостан Республикаһынан Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре лә бар.
Форумдың пленар ултырышында ҡатнашыусылар араһында Брянск өлкәһе губернаторы Александр Богомаз, Дәүләт Думаһының аграр мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Юлия Оглоблина, Рәсәй Федерацияһы Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы референты, Рәсәй Геройы Алексей Романов бар.
Форумда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе – һүҙ менән түгел, ә эш менән үҙҙәренең Рәсәйҙең ысын геройҙары икәнен иҫбатлаған, ил өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан итергә әҙер булған егеттәр. Бөгөн, тыныс тормошҡа ҡайтҡас, улар үҙҙәрен ерҙә эшләүгә һәм аграр йүнәлештә үҫешергә бағышларға ҡарар итте. Улар араһында Башҡортостандан Ришат Фаузетдинов, Руслан Ишбулатов һәм Илья Макаров бар, улар ауыл хужалығында үҙ эшмәкәрлеген башланы ла инде.
Илья Макаров Ғафури районы Красноусол ауылында ҡошсолоҡ – бүҙәнәләр үрсетеү менән шөғөлләнә, Ришат Фаузетдинов йылҡы үрсетә, Русландың бәләкәй генә шәхси хужалығы бар, уны үҫтерергә теләй.
Форумдың файҙаһы тураһында Ғафури районынан ҡатнашыусы Илья Макаров:
“Бик файҙалы булды, бигерәк тә хөкүмәттән күп кенә делегаттар менән һөйләштем һәм беҙҙең махсус хәрби операция егеттәре өсөн продукцияны һатыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса хеҙмәттәшлек урынлаштырҙым. Йәғни, беҙҙең республикала артабан һатыу өсөн үҫтерергә кәрәк булған майҙансыҡ бар. Беҙҙең ассоциациянан егеттәр менән бергә тормошҡа ашырасаҡ бер нисә идея бар”, - ти.
Егеттәргә теләк бер: “Туҡталып ҡалмаһындар, ә форумда алған белемдәре уларға ысын файҙа килтерһен һәм тыуған республикалары һәм бөтә ил хаҡына артабан үҫеш һәм уңыш өсөн старт булһын”.