+28 °С
Облачно
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
5 Ноября 2025, 07:54

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды

30 октябрҙә Үзбәк ауылында тантаналы шарттарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында өр-яңы заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды

Был районыбыҙҙа быйыл төҙөлгән һигеҙ ФАП-тың алтынсыһының файҙаланыуға тапшырылыуы.

Тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Красноусол Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова ҡатнашты.

Ҡунаҡтар ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланылар, шунан һуң яңы ФАП эшен башлап ебәреүсе ҡыҙыл таҫманы киҫтеләр. Район мәҙәниәт һарайы артистары һәм урындағы үҙешмәкәрҙәрҙең сығыштары байрамды биҙәне.

- Был инде беҙҙең районда быйыл асылған алтынсы фельдшер-акушерлыҡ пункты. Ул “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Хәҙер Үзбәк, Бәләкәй һәм Урта Үтәш ауылдары халҡы - улар 310 кеше (35-е балалар) - үҙҙәренең заманса медицина пунктына эйә булды. ФАП-та бар уңайлыҡтар булдырылған: яҡты, йылы, канализация,  ҡорамалдар һәм мебель өр-яңы. Халыҡтың һаулығын фельдшер Руслан Ришат улы Ғилфанов ҡайғыртасаҡ, - тине район хакимиәте башлығы Венер Вахитов. - Ауыл халҡын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотлайым! Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау эше дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылда Ҡотлоғужа, Игенйылға, Баҡраҡ, Юрмаш, Ҡауарҙы ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары өр-яңы модулле биналарға күсеп, үҙ эшмәкәрлектәрен башланы.

Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа йәнә ике ФАП - Курорт һәм Родина ауылдарында, шулай уҡ Дарьинола  табиплыҡ амбулаторияһы асылыуға әҙерләнә. Яҡын арала улар ҙа файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, башланғыс звенола һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау - төбәк хөкүмәтенең һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән үҙенең эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөнгә Башҡортостанда ауылдарҙа ике меңдән ашыу медицина пункты эшләй. Федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән һуңғы алты йылда уларҙың биш йөҙҙән ашыуы иҫке, емерек биналарҙан заманса модулле корпустарға күсте. Ауылда фельдшерҙар эшмәкәрлеге хәҙер баҫымды үлсәү йәки табип яҙған йүнәлтмә буйынса укол яһау менән генә сикләнмәй. Хәҙерге ФАП-тар тулы кимәлдә ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған.

Ауылға матур биҙәк өҫтәгән ҙур һәм иркен, йылы һәм яҡты медицина учреждениеһында заманса шарттар булдырылған. Иң ҙур байлыҡ – һаулыҡты һаҡларға, сирҙе иртә асыҡлап, уны ваҡытында дауаларға ла кәрәк. Хәҙер бының өсөн Үзбәк төбәге ауылдары халҡының мөмкинлектәре лә арта.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Алтынсы модулле ФАП Үзбәк ауылында асылды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас