+28 °С
Облачно
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
7 Ноября 2025, 07:16

Махсус хәрби операция Геройы иҫтәлегенә футбол турниры

Красноусолдағы "Еҙем" физкультура-һауыҡтырыу комплексы  базаһында 2013-2015 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында "Ғәйнуллин Кубогы" асыҡ район футбол турниры үтте.

Махсус хәрби операция Геройы иҫтәлегенә футбол турнирыМахсус хәрби операция Геройы иҫтәлегенә футбол турниры
Махсус хәрби операция Геройы иҫтәлегенә футбол турниры

Махсус хәрби операция Геройы Руслан Ғәйнуллин иҫтәлегенә бағышланған ярышта йәш футболсылар сығыш яһаны.

Турнирҙа Ишембай, Талбазы һәм Красноусол ауылдарынан дүрт команда ҡатнашты. Көсөргәнешле көрәштә Ишембай футболсылары еңеү яуланы, икенсе урынды Красноусолдан "Стартап 2013-2014" командаһы, өсөнсө урынды Талбазы ауылынан "Юниор" командаһы яуланы.

Сараны ойоштороп уҙғарыуҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең дуҫтары һәм туғандары ярҙам итте.

Махсус хәрби операция Геройы иҫтәлегенә футбол турниры
Махсус хәрби операция Геройы иҫтәлегенә футбол турниры
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас