+3 °С
Болотло
13 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан байрам сараһы үтте. Ауыл уңғандары төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар. Улар өсөн район мәҙәниәт һарайы артистары һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының концерт номерҙары матур бүләк булды.