

“Үҙ күҙҙәре менән күргән әҙип... СВОими глазами” тип аталған әҙәби кисәлә ике тапҡыр махсус хәрби операция зонаһында булып, әҫәрҙәр, юлъяҙмалар ижад итеп, китап баҫтырған Мөнир Сәхиулла улы МХО-лағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, районыбыҙҙың ауыл китапханалары китапханасылары, Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайы артистары йыр-моңдары менән сараға биҙәк өҫтәне. Вәсилә Әбделмәнова менән Динара Әхмәтова алып барҙы.