+14 °С
Облачно
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
17 Ноября 2025, 07:28

Торатау шиханы янында Ҡыш бабай тирмәһе асыласаҡ

Ишембай районында, Торатау шиханы янындағы этнокомплекста 20 декабрҙә Ҡыш бабай тирмәһен тантаналы асыу була. Был хаҡта "Торатау" геопаркының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Торатау шиханы янында Ҡыш бабай тирмәһе асыласаҡТоратау шиханы янында Ҡыш бабай тирмәһе асыласаҡ
Торатау шиханы янында Ҡыш бабай тирмәһе асыласаҡ

Ҡунаҡтар Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейеп, арбала, ҡаргиҙәрҙә һәм аттарҙа сабып, шулай уҡ башҡа күп кенә ҡышҡы уйындарҙа ҡатнаша аласаҡ.

Байрамса биҙәлгән йортта балалар һәм өлкәндәр башҡорттарҙың төп Яңы йыл тылсымсыһы менән яҡындан аралаша, шиғырҙар һөйләй, бейей һәм фотоға төшә аласаҡ.

Ҡыш бабай тирмәһе 2025 йылдың 20 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем эшләйәсәк.

Торатау шиханы янында Ҡыш бабай тирмәһе асыласаҡ
Торатау шиханы янында Ҡыш бабай тирмәһе асыласаҡ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас