

Ҡатнашыусыларҙы һәр ваҡыттағыса бай эшлекле программа көтә. Мәҫәлән, бөгөн форумда һөҙөмтәле идара итеү мәсьәләләре тикшерелә: тематик дискуссиялар, секциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Көн дауамында идара итеү ҡарарҙары хакатоны эшләй. Бынан тыш, “Йыл эшҡыуары -2025” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға.
“Был уникаль майҙансыҡта идеялар тыуа, ышаныс күперҙәре һәм оҙайлы партнерлыҡтар төҙөлә. Бөгөн беҙ 10 дәүләттең вәкилдәрен ҡабул итәбеҙ. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында күп кенә сит ил компаниялары тәүге тапҡыр Рәсәй баҙарына инеү мөмкинлеген алды. Тимәк, беҙҙең форум донъяның күп кенә уйынсылары өсөн Рәсәйгә үҙенсәлекле тәҙрә булып тора”, - тине Андрей Назаров.
“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2025” 5 декабргә тиклем эшләй.