

Шәмбегә, 6 декабргә тиклем ыңғай температура һаҡланасаҡ. Йәкшәмбе, 7 декабрҙән башлап, термометр бағанаһы яйлап төшә башлай. Декабрҙең икенсе аҙнаһында көндөҙ ҙә, төндә лә термометрҙар -2-6 градус күрһәтәсәк. Был көндәрҙә шулай уҡ 1,5 миллиметрға тиклем ҡар яуыуы көтөлә.
Дүшәмбе, 8 декабрҙә, республиканың үҙәк райондарында көндөҙ -6 градусҡа, төндә иһә -12 градусҡа тиклем һыуыта. Әммә һалҡын көндәр оҙаҡ тормай. Декабрҙең икенсе аҙнаһында йәнә йылы көтөлә.
Яңы йылға яҡын Башҡортостанға ысын мәғәнәһендә ҡышҡы һауа торошо килә. Төндә һауа температураһы -20, көндөҙ -10, -15 градус була. Синоптиктар фаразлауынса, ҡар көн һайын тиерлек яуасаҡ.
Яңы йыл төнөндә лә ҡышҡы кеүек ҡарлы һәм һыуыҡ буласаҡ. “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яңы йыл каникулдарында ошондай һауа торошо бөтә оҙайлы ялдар дауамында көтөлә.