18 декабрҙә Мәскәүҙә Президент хакимиәтендә аккредитация үтте, бейдж алды һәм ПЦР-тест үтте. Тура бәйләнештә ҡатнашыусыларҙы ковидҡа ғына түгел, шулай уҡ ОРВИ һәм грипҡа тикшерҙеләр. “Йыл йомғаҡтары” тапшырыуында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бейдждар менән бергә бүләктәр тапшырҙылар. Комплектта программаның логотибы төшөрөлгән портфель, ручка, блокнот һәм 2026 йылға «Россия в авангарде» тип яҙылған календарь бар.
19 декабрҙә Рәсәй Президенты журналистарҙың һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә. Сара 14.00 сәғәттә башлана.