+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
19 Декабрь 2025, 07:33

Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре барлыҡҡа килде

Рәсәй Дәүләт Думаһы электрон студент билеты һәм зачет кенәгәһе тураһында закон ҡабул итте.

Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре барлыҡҡа килдеРәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре барлыҡҡа килде
Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре барлыҡҡа килде

Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре индерелә.  Дәүләт Думаһы пленар ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” законға үҙгәрештәр ҡабул итте.

Законға ярашлы, вуз студенттары, ординаторҙар һәм аспиранттар үҙҙәренең уҡыу йортоноң электрон мәғлүмәт ресурстары, Дәүләт хеҙмәттәре порталы, шулай уҡ МАХ милли мессенджеры аша электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре менән файҙаланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта студенттың шәхси ғаризаһы буйынса уларҙы ҡағыҙ рәүешендә лә алырға була.  

Оборона һәм хәүефһеҙлек менән бәйле юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн электрон документтар индерелмәй.

Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре барлыҡҡа килде
Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре барлыҡҡа килде
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас