+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
22 Декабрь 2025, 10:45

Илшат Бәхтейәров - республика туриндустрияһы лидеры

Уҙып барған йыл районыбыҙ эшҡыуары Илшат Бәхтейәров һәм уның  “Һарыташ” ял базаһы өсөн ысын мәғәнәһендә уңышлы булды.

Илшат Бәхтейәров - республика туриндустрияһы лидерыИлшат Бәхтейәров - республика туриндустрияһы лидеры
Илшат Бәхтейәров - республика туриндустрияһы лидеры

Уның туризмды үҫтереүгә индергән өлөшө бер юлы ике абруйлы конкурста иң юғары республика кимәлендә юғары баһалана, ә эшмәкәрлеге, дөйөм алғанда, табыш өсөн генә түгел, ә кешеләр өсөн дә эшләгән бизнес өлгөһө булып тора. Декабрь башында Өфөлә Халыҡ- ара бизнес аҙналығы сиктәрендә “Йыл эшҡыуары-2025” егерменсе республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләнеләр. Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, финал этабына 54 муниципалитеттан 142 ғариза килгән.

– Уның маҡсаты - эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләрҙе һәм ҡаҙаныштарҙы популярлаштырыу, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән бәләкәй һәм урта бизнестың уңышлы субъекттарын асыҡлау һәм дәртләндереү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Жюри финанс күрһәткестәрен генә түгел, социаль яуаплылыҡты ла баһалай: эш хаҡы кимәле, эш урындары булдырыу, хәйриәлек һәм эшлекле абруй. Тап ошондай комплекслы ҡараш Красноусол ауылынан шәхси эшҡыуар Илшат Әғзәм улы Бәхтейәровҡа “Туризм өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” номинацияһында конкурс финалсылары иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе. Уның “Һарыташ” турбазаһы күптән инде бәләкәй бизнестың тотош тармаҡты үҫтереү, эш урындары булдырыу һәм инфраструктураны нығытыуҙа өлгө булып тора. Илшат Бәхтейәров коммерция эшмәкәрлеге менән генә сикләнмәй. Ул райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Эшҡыуарҙар советына, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса координация советына инә, саралар ойоштороуҙа, төҙөкләндереүҙә һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә. 14 декабрҙә иһә эшҡыуарҙың уңышы Бөрөлә яңы еңеү менән нығытыла. “Башҡортостан республикаһы туриндустрияһы лидерҙары–2025” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында “Һарыташ” ял базаһы республиканың иң яҡшы кемпингы тип таныла.

 

Илшат Бәхтейәров - республика туриндустрияһы лидеры
Илшат Бәхтейәров - республика туриндустрияһы лидеры
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас