+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
24 Декабрь 2025, 12:10

Районыбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылды

18 декабрҙә Ҡарағай урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған тарих уҡытыусыһы Рәсих Муллашев иҫтәлегенә ”Герой партаһы”н асыу тантанаһы үтте.

Районыбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылдыРайоныбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылды
Районыбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылды

Сара үҫеп килгән йәш быуынды патриотик тәрбиәгә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә уҙғарылды. Сарала уҡыусылар, уҡытыусылар, һәләк булған геройҙың туғандары һәм хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сара барышында Рәсих Муллашевтың “Яугир һүҙе” тигән шиғырҙары, мәктәп уҡыусылары башҡарыуында йырҙар яңғыраны.

Мемориаль партаны асыу хоҡуғы геройҙың ағаһы Сәлих Муллашевҡа һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡовҡа бирелде. Сәлих Ишмырҙа улы үҙ сығышында ҡустыһының бала сағы тураһында хәтирәләре менән бүлеште һәм уның батырлығы уҡыусылар өсөн мөһим патриотик дәрес булыуын билдәләне.

Сара Ватанды һаҡлаусының батырлығына хөрмәт символы булған ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалыу һәм бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды. “Герой партаһы”н асыу мәктәптә йолаға әүереләсәк, ул уҡыусыларҙа яуаплылыҡ, тыуған яғына һәм уның геройҙарына ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

 

Районыбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылды
Районыбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылды
Районыбыҙ мәктәптәрендә “Герой парталары” асылды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас