Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
25 Декабрь 2025, 12:19

Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды

24 декабрҙә Республика Хөкүмәте йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр, балалар, үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияларының яңы лауреаттарын тәбрикләү сараһы үтте.

Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды
Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды

Тантанала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.  

Искәндәр Әхмәтвәлиев республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Айгиз Ғиззәт улы быйылғы лауреаттарҙы тәбрикләп, Шәйехзада Бабич менән Һәҙиә Дәүләтшина республика һәм әҙәбиәт өсөн ҙур эштәр башҡарыуын әйтеп үтте. Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы дәүләт премияларының иң яҡшыларҙы асыҡларға мөмкинлек биреүен билдәләне.

Быйыл Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы "Бәхетстан" китабы өсөн яҙыусы Нияз Сәлимовҡа тапшырылды. Ә йәштәр премияһы йырсы Дамир Тайыповҡа, яҙыусылар Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшинаға, бейеүсе Хәбир Аралбаевҡа тапшырылды.

Мәртәбәле премиялар алыусы яҡташтарыбыҙ Яугилде ауылынан Нияз Булат улы Сәлимовты һәм Юлыҡ ауылынан Рәзинә Ғилман ҡыҙы Урманшинаны (Зәйнетдинова) һәм башҡаларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да илһамланып ижад итеүҙәрен, уңыштар теләйбеҙ!

Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды
Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды
Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды
Һәҙиә Дәүләтшина һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас