Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 18 декабрендә Максим республика етәксеһе саҡырыуы буйынса уның эш кабинетында булып, Радий Хәбиров уны бер йылдан һуң йәнә үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғайны.
Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл клубында художество түңәрәгенә йөрөй.
“Максим ике тапҡыр “Салют” республика реабилитация үҙәгендә реабилитация үтте”, тип һөйләй малайҙың атаһы. Хәҙер ғаилә уны Ҡурғанда академик Г.А. Илизаров исемендәге Милли медицина травматология һәм ортопедия тикшеренеү үҙәгендә дауалау өсөн документтар туплай.
Мөрсәлим ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлгизә Әлибаева әйтеүенсә, Максим үҙаллы уҡый башлаған, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Малай республика етәксеһенә үҙенең рәсемен бүләк итте, шулай уҡ танкист булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.
-Хыялың яҡшы, ир-егеттәрҙеке. Киләһе йылдың мартында һине “Патриот” паркына саҡырам, танкта йөрөтөрбөҙ, унда хәрби техника күп. Бик күп сағыу тәьҫораттар алырһың тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров.
Ул үҫмерҙең һүрәттәренең береһенә үҙенең изге теләктәрен яҙҙы.