Бөтә яңылыҡтар

Мәжбүри күсенеүсегә торлаҡ сертификаты

Красноусол ауылында йәшәүсе 93 йәшлек ҡатынға дәүләт  Яңы йылға яҡшы бүләк әҙерләгән

Мәжбүри күсенеүсегә торлаҡ сертификаты
Мәжбүри күсенеүсегә торлаҡ сертификаты

Яңы - 2026 йыл алдынан район хакимиәте башлығы Венер Вахитов Красноусол ауылында йәшәүсе Миңниса Юлғотлинаға торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырҙы.

Миңниса Дәүләт ҡыҙына - 93 йәш. Күп йылдар ул мәжбүри күсенеүсе булған. Бындай статустағы граждандар “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хоҡуғына эйә. Был программа торлаҡтың уңайлылығын һәм халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән һәм граждандарҙың эконом класлы торлаҡ һатып алыуын күҙ уңында тота.

Был дәүләт программаһы ғәмәлгә ингәндән алып, беҙҙең районда йәшәгән 9 мәжбүри күскенсе торлаҡ сертификаттары алған.

- Миңниса Дәүләт ҡыҙына тиҙерәк үҙ торлағына күсеүен һәм яңы, йылы йортонда оҙон ғүмер итеүен теләйем! - тип һөйөнөслө яңылыҡҡа аңлатма бирҙе Венер Фәнир улы.

 

Мәжбүри күсенеүсегә торлаҡ сертификаты
Мәжбүри күсенеүсегә торлаҡ сертификаты
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас