Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров республика ирекмәндәренә рәхмәт белдерҙе

Башҡортостандан 170 гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә 19 мең тонна йөк килтергән.

Радий Хәбиров республика ирекмәндәренә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров республика ирекмәндәренә рәхмәт белдерҙе

МХО-лағы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа тотош республика – предприятиелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ, ирекмәндәр ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге хаҡында яҙып сыҡты. Унда 20 меңдән ашыу кеше эшләй. Штаб бүлексәләре республиканың һәр муниципалитетында бар.

-Был беҙҙең күп һанлы ойошма, ләкин берҙән-бер генә түгел. Былтыр “шайморатовсылар” 35,7 мең маскировка селтәре үргән, 73,8 мең әйбер, шул иҫәптән 10,5 мең һаҡланыу костюмы һәм дронға ҡаршы юрған теккән. 71,5 мең окоп шәме яһаған, 5,7 тонна туҡмас, сәк-сәк һәм бауырһаҡ әҙерләгән. Яугирҙәргә 300 берәмек автотехника (автомобилдәрҙән һәм квадроциклдарҙан алып мини-тракторҙарға һәм экскаваторҙарға тиклем), 200 генератор, 64 күсмә мунса тапшырған”, - тине Радий Хәбиров.

Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ирекмәндәр уларҙың туғандарына һәм яҡындарына бара, яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын әҙерләргә һәм ҡар көрәргә, үлән сабырға, уңыш йыйырға ярҙамлаша, башҡа көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.

“Бөтә ирекмәндәргә, мәрхәмәтле халҡыбыҙға дөйөм еңеүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт”, - тигән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе республика етәксеһе.


Радий Хәбиров республика ирекмәндәренә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров республика ирекмәндәренә рәхмәт белдерҙе
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас