Жюри ағзалары араһында яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов та бар, ул иһә өлкәндәр конкурсы остазы креслоһында Хибла Герзмаванан ҡала икенсе опера йырсыһы.
«Грэмми» премияһы лауреаты, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов менән бергә жюри составында Анна Асти, Пелагея һәм Владимир Пресняков эшләй.
«Тауыш – нескә эш, тере һәм һәр ваҡыт һүҙҙәргә ҡарағанда күберәк һөйләй. Бергәләп тыңларбыҙ, һайларбыҙ, бәхәсләшербеҙ, ҡыуанырбыҙ», — тип яҙҙы Илдар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һәм фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.
Федераль каналда тәүге тапшырыу йома, 23 ғинуарҙа, эфирға сыға.