Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты

Өфөлә күптәрҙең һөйөүен яулаған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә тәүге аҙым яһалды. Ул 2025 йылдың апрелендә арабыҙҙан китеп барҙы.

Өфөгә Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты
Өфөгә Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты

Ноябрь гастролдәре ваҡытында Ҡазандан легендар актерҙың бюсы ҡайтты. Быйыл Рәсәйҙә тәүге тапҡыр билдәләнгән Артист көнө алдынан ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры музейында үҙ урынын алды.

Уның авторы – Татарстандың билдәле рәссамы, Ҡазандың В.И. Ленин исемендәге мәҙәниәт-ял комплексы хеҙмәткәре, скульптор Хәлит Миңлеғәлиев. Артистың бюсы фотоһүрәт буйынса гипс, пластик ҡулланып эшләнгән.

«Атайым Ҡазан ҡалаһында концерт менән сығыш яһағанда мәҙәниәт һарайының рәссамы менән танышып-һөйләшеп китә һәм уға: «Хәлит, был донъянан китеп барһам, миңә лә берәй бюст эшләрһең», – тип шаярта. Рәссам оҙаҡ уйлап тормай, атайым иҫән сағында уҡ ул бюсты эшләп ҡуя. Әммә атайыма бюсты фотонан ғына күрергә насип булды», – тип һөйләй мәрхүмдең улы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров.

Театрҙың ошо хаҡтағы яҙмаһына комментарийҙарҙа тамашасылар бюст тураһында әүҙем фекер алыша. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, скульптура артисҡа бөтөнләй оҡшамаған, уның харизмаһын тулыһынса асып еткермәй. Шулай уҡ аҡса йыйып, бронзанан йәки алтындан яңы бюсҡа заказ бирергә тигән тәҡдимдәр ҙә бар.

Театрҙа белдереүҙәренсә, милли театр үҫешенә тос өлөш индергән артистың хәтерен мәңгеләштереү буйынса башҡа аҙымдар ҙа яһала. Артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт яҙылған. Шулай уҡ әлеге ваҡытта Дүртөйлө ҡалаһының Мәҙәниәт һарайына Фидан Ғафаровтың исемен биреү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Өфөгә Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты
Өфөгә Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас