Башҡортостан хөкүмәте ултырышында белдереүҙәренсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфө – Һамар, Өфө – Туймазы – Яр Саллы, Өфө – Магнитогорск – Сибай маршруттарын ойоштороу, шулай уҡ Өфө – Стәрлетамаҡ һәм Өфө – Ырымбур маршруттарында хәрәкәт йышлығын арттырыу мәсьәләһе ҡарала.
Бынан тыш, йәмәғәт транспортының хәрәкәттәге составын яңыртыу сиктәрендә 2026 йылда 1,338 миллиард һум күләмендә 83 автобус һатып алыуға бюджет ассигнованиеһы ҡаралған.
«Эске һауа маршруттары буйынса осоштар географияһын киңәйтеүгә йүнәлтелгән эш дауам итә. Өфөнән Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларына тура рейстар ойоштороу һәм төбәк йүнәлештәре буйынса осоштар йышлығын арттырыу 2026 йылға төп бурыстарҙың береһе булып ҡала», — тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов.