-17 °С
Болотло
Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советының элекке башлығы мәрхүм туғанының банк картаһы дубликатын файҙаланып, 1 миллион һумға яҡын аҡса алған. Быны ул үҙ ихтыяжы өсөн тотонған.
Ир үҙ ғәйебен таныған һәм урланған аҡсаны кире ҡайтарған. Хәҙер эш артабан тикшереү өсөн Нефтекама ҡала судына ебәрелгән.