Бөтә яңылыҡтар

Был юлы ҡаҙ берләтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан

Булһа ла булалыр...   Хәтерләһәгеҙ, күптән түгел Ғафури районының Толпар ауылында һыйыр һуйғанда уның ашҡаҙанынан аҡсалы көшөлөк килеп сыҡҡан ине.

Был юлы ҡаҙ берләтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Был юлы ҡаҙ берләтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан

Был юлы Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәгән Зөлфирә Харрасова ҡаҙҙарын таҙалағанда, береһенең берләтәүенән көмөш һәм алтын биҙәүестәрҙең ярсыҡтарына юлыҡҡан. Кемдер был хәлгә ышанмаҫ, икенселәре ҡул һелтәп кенә ҡуйыр. 

Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек туғандарымдың береһе ысынлап та ҡаҙҙарын таҙалағанда, уның эсенән алтын балдаҡҡа юлыҡҡан ине. Ул ваҡытта интернет юҡ, артабан уны ни эшләткәндер, бер ҙә һорағаным булманы. Шуға күрә был хәлдең булыуы һис кенә лә ғәжәп түгел.

Сығанаҡ: "Салауат ерендә" гәзитенән.

 

Был юлы ҡаҙ берләтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Был юлы ҡаҙ берләтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Был юлы ҡаҙ берләтәүенән алтын, көмөш биҙәүестәр сыҡҡан
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас