Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында барған Ленинград блокадаһы – 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем 872 фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе. Миллионлап кешенең ғүмерен алған блокада тарихҡа тетрәнеү тойғоһо уятҡан ауыр осор булып яҙылған.
27 ғинуарҙа, һәр йылдағыса, “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Был акцияға ҡушылып, район мәҙәниәт һарайында Ленинград блокадаһы йылдарында ҡала халҡының иҫ киткес сыҙамлығын һәм батырлығын символлаштырған оҫталыҡ эштәренән торған күргәҙмә ойошторолғайны. Күргәҙмәне “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы ойоштороп, үҙенсәлекле эштәр Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашыусы уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән. Район ветерандар ойошмаһы рәйесе Эльвира Мөлөкова Ленинград блокадаһы хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.