Бөтә яңылыҡтар

Спартакиаданың зона этабында районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы

Ҡырмыҫҡалы ауылында Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары Спартакиадаһының волейбол буйынса ҡыҙҙар араһындағы зона этабы үтте.

Спартакиаданың зона этабында районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы
Спартакиаданың зона этабында районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы

Ярыштар балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән ”Рәсәй спорты” дәүләт программаһы ярҙамында ойошторолдо.

Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһы Ғафури районын лайыҡлы рәүештә күрһәтеп, почётлы икенсе урынды яуланы. Йыйылма команда составына Азалия Басариева, София Йосопова, Арина Ямғурова, Мәҙинә Ходжаҡолова, Эльнара Шәрипова, Диана Фәхриева, Айгөл Ғәҙелшина, Ангелина Әбелғатина һәм Амилия Ғилманова инде.

Команда тренеры Ленар Сәйфуллин менән физик культура уҡытыусыһы Марат Юнысовты яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Спартакиада финалында еңеүҙәр теләйбеҙ!

Спартакиаданың зона этабында районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы
Спартакиаданың зона этабында районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары көмөш миҙал яуланы
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас