

Конкурста район үҙәгендәге “Миләшкәй”, “Әкиәт”, “Тирәккәй”, “Тирмәкәй”, Ҡауарҙы ауылындағы “Йәншишмә” балалар баҡсалары, Юлыҡ, Сәйетбаба, Йөҙимән мәктәптәренең мәктәпкәсә төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре үҙ һәләттәрен асты.
Уларҙың сығыштарын район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лира Бәхтийәрова рәйеслегендәге мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡолов, район мәҙәниәт һарайының саралар уҙғарыу етәксеһе Разалия Салауатованан торған жюри баһаланы.