+28 °С
Болотло
Антитеррор

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама

Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыу эшен башланы.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташламаБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама

Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә беҙҙең шифаханаларҙың береһе лә был эштән ситтә ҡалмауын билдәләне. Уларҙа бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауаланған.

«Белеүемсә, бюджеттың сикле булыуына бәйле шифахана-курорт дауалауы йәһәтенән ярҙам сараларының береһе туҡтатылды. Атап әйткәндә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы шарттарҙа йәшәүе. Был ҡарарҙы урынһыҙ тип иҫәпләйем. Республика хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын билдәләүҙе һәм был ярҙамды тулы күләмдә тергеҙеүҙе һорайым. Шифаханалар яугирҙәребеҙгә эсәр һыу, гуманитар йөк ебәрә. Ситтә ҡалмағанығыҙ, үҙ эшегеҙгә яуаплы ҡарағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле коллегалар», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас