24-25 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында абруйлы ярыштар үтте: “Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты Кубогы” һәм “Уғатар” республика балалар араһында йәйәнән уҡ атыу фестивале. Унда Ауырғазы, Ишембай, Әбйәлил, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Бөрйән, Бишбүләк, Иглин, Ейәнсура, Өфө райондарынан, шулай уҡ Өфө һәм Белорет ҡалаларынан 100-ҙән ашыу йәш мәргәнсе ҡатнашты.
Беҙҙең район командаһы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Марсель Кальсин (7-10 йәшлек малайҙар категорияһы) ике турнирҙа ла еңеп, бер юлы ике алтын миҙал яуланы! Айлина Хәбибуллина ярыштарҙың беренсе көнөндә бронза миҙал алды, ә Эмир Йәрмиев – ярыштарҙың икенсе көнөндә шундай уҡ наградаға лайыҡ булды.
Балалар Дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле приздарға эйә булды.
– Клубты үҫтереүгә индергән йомарт өлөшөн дә билдәләп үтеү беҙгә бик күңелле: ойоштороусыларҙан беҙ 40 уҡ һәм ике йәйә алдыҡ. Был бүләк беҙгә Ғафури районында яңы чемпиондар үҫтерергә ярҙам итәсәк! – тип уртаҡлашты клуб етәксеһе һәм йәш мәргәнселәрҙең остазы Илшат Хәбибуллин.