30 ғинуарҙа атыу һәм йөҙөү, ә 31-ендә 60 метрға йүгереү, шулай уҡ 1000 һәм 2000 метрға йүгереү булды. Йәш төркөмөндә: 10-11 йәшлектәр араһында: Алёна Коробова – 2-се урынды, Милана Хәкимова менән Давид Коробов 3-сө урындарҙы яуланы.
14-15 йәшлектәрҙән: Яна Тюрина – 1-се, Вячеслав Небогатов – 3-сө урында.
16-17 йәшлектәрҙән: Әлиә Хәмзина – 3-сө урында.
18 йәш һәм өлкәндәр араһында: Карина Торопкина һәм Елисей Николаев 1-се урынға лайыҡ булды.
Карина Торопкина менән Елисей Николаев Калуга ҡалаһына үҫмерҙәр араһындағы Рәсәй беренселегенә Башҡортостан Республикаһының намыҫын яҡларға барасаҡ! Ҡотлайбыҙ һәм артабанғы еңеүҙәр теләйбеҙ!