Ярыштарҙа районыбыҙ мәктәптәренең 8-11-се класс уҡыусыларынан 36 кеше ҡатнашты.
Турнир башланыр алдынан Аҡкүл мәктәбенең уҡытыусы-ойоштороусыһы Сергей Геннадьевич Шаров ҡатнашыусыларҙы хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, лазер атыу буйынса танып белеүгә йүнәлтелгән һәм ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Ярыштар ойошҡанлыҡ менән үтте. Һәр ҡатнашыусыға өс һынау һәм биш зачёт атыуын башҡарыу мөмкинлеге бирелде.
Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде:
Командалар араһында: Аҡкүл урта мәктәбе мәргәндәренә етеүсе булманы, мәктәптең беренсе командаһы – 1-се, икенсе командаһы 3-сө урын яулаһа, Красноусолдағы 2-се урта мәктәп командаһы 2-се урынға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә: ҡыҙҙар араһында Каролина Лазареваға – 1-се, Вероника Иванкоға 2-се урын бирелде (икеһе лә Аҡкүл мәктәбенән), Яңғыҙҡайын мәктәбенән Оксана Гулина 3-сө урынға эйә булды. Егеттәрҙән Максим Большаков – 1-се (Антоновка мәктәбе), Илдар Йомағолов (Красноусолдағы 3-сө мәктәп) – 2-се, Александр Калиберда (Аҡкүл мәктәбе) – 3-сө урында.