Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
12 Февраль , 13:09

Батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өсөн награда

Янғында үҙ ғаиләһен ҡотҡарған Красноусолдан Алексей Куклев “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була

5 февралдә “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостандың Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының 2025 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға һәм 2026 йылға бурыстар билдәләүгә арналған сара үтте.

Уның эшендә муниципаль райондар башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан территориаль системаһының функциональ һәм территориаль звенолары вәкилдәре, ҡотҡарыу хеҙмәттәре, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендәге пленар ултырышта халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, хәүефһеҙлек өлкәһендә цифрлы трансформация һәм яһалма интеллект индереү, ташҡындарҙан һәм ландшафт янғындарынан һаҡлау өлкәһендәге актуаль мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ хәүефһеҙлек өлкәһендә инновацион технологиялар күрһәтелде.

Традицион рәүештә сара аҙағында граждандар оборонаһын, халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау эшен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәрҙе һәм граждандарҙы дәүләт һәм ведомство наградалары менән тантаналы бүләкләү үтте.

Башҡалар араһында, яҡындарын ҡотҡарғанда күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы менән Красноусол ауылында йәшәүсе Алексей Куклев бүләкләнде. Уға награданы Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 7 майында, төнгө сәғәттәрҙә район үҙәгенең Киров урамындағы ата-әсәһенең йортонда янғын сыҡҡан. Алексей, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, уттан атаһын, әсәһен һәм өләсәһен ҡотҡара, ә үҙе янғындан зыян күрә.

- Яҡташыбыҙҙың был аҙымға барыуы – уның үҙ-үҙен аямауы һәм яҡындарына булған яратыуының ысын өлгөһө. Беҙҙең районда бындай батыр кешеләр йәшәүенә ғорурланам! – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты  наградаға лайыҡ булыусы ғафурилы тураһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас